Өфөлә Рәсәй үҫемлектәр физиологияһы йәмғиәтенең 10-сы съезы үтә

Өфөгә 400-гә яҡын ғалим, 60 -лап аспирант һәм студенттар йылдың иң мөһим ваҡиғаһы - Рәсәй үҫемлектәр физиологияһы йәмғиәтенең 10 -сы съезына йыйылды. Сара сиктәрендә «Торатау» Конгресс-холл бинаһында «Климаттың глобаль үҙгәрешендә үҫемлектәр биологияһы» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрелде. Ераазия фәнни мәғариф үҙәге ойошторған күләмле саранан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Саф һауа, таҙа һыу, сифатлы аҙыҡ-түлек-кешелек донъяһына мөһим әйберҙәр һанала. Һауа һәм ризыҡ үҫемлектәрҙән алына, фотосинтез процессы иң мөһим биохимик реакцияларҙан һанала. Башҡортостан ғалимдары абруйлы конференцияға үҙҙәре етештергән йөҙҙән ашыу биопрепарат, ашламар комплекстарын алып килһә, ә йәш ғалимдар генетика һәм биохимия өлкәһендә туплаған тәжрибәһен, белемен студенттарға еткереү маҡсатын ҡуя.

Мәскәү эшҡыуарҙары үҫемлектәргә тәьҫир итеү сараларын өйрәнеү өсөн климат шкафтар, заманса яҡтыртылған стеллаждар, ҡыҫҡаһы йөҙҙән ашыу лаборатория ҡорамалдары тәҡдим итте. Быға тиклем уларҙың шаҡтайы сит илдәрҙән һатып алынһа, мәскәүллеләр үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүҙә импортты алмаштыра.

Климат камералары, төрлө модификациялы стеллаждр ярҙамында үҫемлектәр үҫешенә тәьҫир итеүсе сәбәптәрҙе өйрәнергә мөмкин.

Егор Жеглов, етештереүсе компания етәксеһе

Рәсәй үҫемлектәр физиологияһы йәмғиәтенең съезы дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә. Башҡортостанда был яуаплы һәм мөһим өлкәлә 68 ғалим етди фәнни эҙләнеүҙәр алып бара. Тимәк, Рәсәй ғалимдарының ундан бер өлөшө Башҡортостанда эшләй һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтә.

Конференцияла беҙ бер-нисә мәсьәләне хәл итәбеҙ: фундаменталь өлкәлә үҫемлектәргә тирә-яҡ мөхиттең тәьҫирен өйрәнәбеҙ, бынан тыш үҫемселек, биохимия, физиологияға таянып үҫемлектәр донъяһын анализлайбыҙ.

Рәшит Фәрхетдинов, Өфө фән һәм технологиялар университетының биохимия һәм биотехнологиялар кафедраһы профессоры

Үҫемлектәр биохимияһын өйрәнеүселәр сьезы -илебеҙ фәнни мәктәптәре , фәндә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе асыҡлауҙа ҙур этәргес көс булып тора. Рәсәйҙә үҫемлектәр физиологияһы буйынса 10 диссертиация яҡлау советының береһе Өфөлә урынлашыуы ла йәштәргә фән өлкәһендә ғилми эҙләнеүҙәрен яҡлауға киң мөмкинлектәр аса.

Үҫемлектәр физиологияһы буйынса финни диссертациямды мотлаҡ Өфөлә яҡларға ниәтләйем. Түбән тулҡынлы магнит ҡырының үҫемлектәр үҫешенә йоғонтоһо буйынса тикшеренеүҙәр үткәрәм.

Наталья Мшенская, Түбәнге Новгород фәнни-тикшеренеү иституты хеҙмәткәре
Башбат

Илдең иң көслө биологтарын һәм биотехнологтарын туплаған съездың төп девизы- глобаль климатик үҙгәрештәр дәүерендә үҫемселектә һәм селекция эшендә интенсив технологияларҙы үҫтереү. Иң мөһиме-илебеҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә сифат һәм етештереүҙе арттырыуға фәнни нигеҙ булдырыу.

Климатта глобаль үҙгәрештәр барғанда үҫемлектәр донъяһын һаҡлау һәм төрлө кире факторҙарҙан ҡурсалау бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙән һанала. Сит илдәр ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй конференцияһына йыйылған ғалим-биологтар кешелек йәшәйешендә сифатлы үҫемлектәр кәрәклеген билдәләне. Фән юлын һайлаусы йәштәр башҡалабыҙ Өфөлә ғилми диссертация яҡлау мөмкинлектәрен барланы.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ