Башҡортостанда яңы уҡыу йылы башына төбәктә 77 белем усағы тәртипкә килтерелгән

Башҡортостанда яңы уҡыу йылы башына төбәктә 77 белем усағы тәртипкә килтерелгән, былтырғы күрһәткестән был 14-кә күберәк. Ремонтланған мәғариф учрежденилары иҫәбе буйынса Башҡортостан илдә икенсе урында килә. Тәртипкә килтерелгән мәктәптәрҙең береһендә БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина булды.

Юл ҡағиҙәләре менән был малай-ҡыҙҙар яҡындан таныш. Электрон таҡталағы йәнһүрәт ярҙамында улар тиҙерәк үҙләштерелә. Заманса ҡоролма капиталь ремонт аҡсаһына һатып алынған. Был мәктәптәге үҙгәрештәрҙең бәләкәй өлөшө генә.

Яңырған мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә уҡырға өлкән синыф уҡыусылары ла вәғәҙә итә. 11 класс Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнә. Төҙөкләндереү сиктәрендә улар өсөн дә заманса шарттар барлыҡҡа килгән - ноутбуктар һатып алынған. Бынан һуң, мөһим һынау алдынан белемде камиллаштырыу күпкә уңайлыраҡ.

Көйәҙебаш мәктәбендә йәмғеһе 147 уҡыусы белем ала. Икенсе ауылдарҙан да киләләр. Яңы уҡыу йылына белем усағының эсе генә түгел, фасады ла яңыртылған. Ҡыйыҡ алмаштырылған. Юлдар асфальт менән ҡапланған. Капиталь ремонтты уҡытыусылар ҙа көтөп алған.

Ә был мәктәптең йөрәге - ашхана. Туҡланыу блогы ла танымаҫлыҡ итеп үҙгәргән. Урындар ике тапҡырға артҡан, заман талаптарына ярашлы ашханаға техникалар һатып алынған.

Көйәҙебаш мәктәбендә ремонт быйыл мартта башланған. Белем байрамын коллектив һәм уҡыусылар яңырған белем усағында ҡаршылаған.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ