Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы МХО-ла ҡатнашыусы яҡташтарына гуманитар ылау оҙатты

Баймаҡ районынан хәрби операцияһы зонаһы был юлы ике техника юлланды. Ярҙамды Байгаз ойошмаһы бүлә. Бынан тыш Өфөнәң Меркор яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Хәмзә хәҙрәт Хафизов өсөн шәхсән Нива автомобилен әҙерләй. Техниканы буяуҙа мастер Петр Кудряшов бушлай ярҙам күрһәтә.

Гуманитар ылауҙы 2020 йылдан эшләп килгән Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы ойоштора. Техника менән бергә, махсус хәрби операция биләмәһенә район урман хужалығы бүлгән 36 кубометр күләмендә ярылған утын оҙатылды.

Ҡаланың мәғариф учреждениелары, Баланс ойошмаһы ла изге эштән ситтә ҡалмай. Улар блиндаж өсөн май шәмдәре әҙерләүҙә үҙ өлөшөн индерә. Cаптар бейеү студияһы иһә матди ярҙам күрһәтә. Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы ағзалары сентябрь аҙаҡтарында хәрби хәрәкәттәр зонаһына юлланырға әҙерләнә.

Альбина Байегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ