Улар бушлай сәс ҡырҡып, Рәсәй буйынса рекорд ҡуйҙы. Улар ҡулынан дүрт сәғәт эсендә 1700 кеше сәсен үтте, аҡсаһын экономияланы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Парикмахер Гөлназ Ғәлләмова һөнәрен яратҡан, тәжрибәле оҫта. Ул ял көндәрендә лә эшкә сыға. Баш ҡала сиркәүҙәрендә бушлай сәс ҡырҡып, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итә. Шуға ла «Изге парикхмахер» мәрхәмәтлек акцияһына ул тәүгеләрҙән булып ҡушыла.
«Изге парикхмахер» хәйриә акцияһында сәсен ҡырҡтырырға теләүселәр ҡабул ителде. Акцияла ҡатнашыусы һөнәр эйәләре лә. клиенттар ҙа.ыңғай тәҫьорат алды.
Бушлай сәс ҡырҡыу акцияһы республика район-ҡалаларында ла үтте. Өфө ҡалаһында ғына 200 парикмахер төрлө майҙансыҡтарҙа эшләне.
«Изге парикмахер» акцияһын ойоштороп Башҡортостан оҫталары Рәсәй буйынса рекорд ҡуйҙы. Дүрт сәғәт эсендә 1700 кеше сәсен ҡырҡтырып, кәйефен күтәрҙе, тышҡы ҡиәфәтен тәртипкә килтерҙе.
Флорида Ким






