«Спутник фм» радиостанцияһы ойошторған «Өфө тулҡыны» музыкаль конкурсының һайлап алыу этабы тамамланды. Жюри ағзалары йырсыларҙың сығышын тыңлап, ярымфиналға үтеүсе конкурсанттарҙы билдәләне. Быйыл музыкаль конкурсҡа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән 400 заявка араһынан 100 ҡатнашыусы һайлап алынған. «Өфө тулҡыны» музыка конкурсы 12-се йыл рәттән уҙғарыла. Декабрь башында асыҡланасаҡ еңеүсегә алтын статуэтка һәм йыр яҙҙырыу өсөн 1 млн һум аҡса тапшырыласаҡ.



