Өфөлә үткән “Әйҙә уйнарға” фестивале федераль статус ала

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Мәғариф министры Сергей Кравцов ойошторған видеокәңәшмәлә ҡатнашты. Унда “Мәғариф” милли проекты үтәлеше, республикала балалар баҡсалары һәм мәктәптәр төҙөү планы буйынса фекер алышыу булды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөтә эштәр графикка ярашлы алып барыла. Башҡортостан Башлығы “Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй уйындар фестивале йомғаҡтары менән дә таныштырҙы. 4 көндә унда 250 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, уйынсыҡ етештергән 140 компания тауарын тәҡдим итән. Сергей Кравцов фестивалгә федераль статус бирергә тәҡдим итте.

Фото №1 - Өфөлә үткән “Әйҙә уйнарға” фестивале федераль статус ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ