Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, вакциналау дауам итә. Прививка бушлай яһала. Табиптар уны сентябрь-октябрҙә эшләргә кәңәш итә. Республикала балалар араһында тын юлы ауырыуҙары менән сирләгәндәр һаны артыуы күҙәтелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенә миҙгелгә бәйле йоғошло ауырыуҙарҙы ваҡытында иҫкәртеү һәм дауалау бурысын ҡуйҙы.




