Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев социаль селтәрҙә яҙыуынса, Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжында хәрби ашнаҡсылар курстары асылған. Унда махсус белеме булғандар һәм булмағандар ҙа уҡый ала. Бының өсөн хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Быға тиклем беренсе төркөм уҡытылып алғы һыҙыҡҡа оҙатылғайны.







