Ошо көндәрҙә интернетта тауыш биреү бара. Өфөнән Гөлнур Хәкимова, Резеда Әхмәтова һәм Влада Максимова ярым финалда сығыш яһай. Республика халҡы конкурс сайтында яҡташ ҡыҙҙар өсөн тауыш бирә ала. Ул 8 октябргә тиклем дауам итә. Ноябрь аҙағында Мәскәүҙә финал уҙа. “Офис һылыуы” конкурсында еңгән гүзәл ханымға 3 миллион һум тапшырыла.







