Бөгөн ярыш Архангель районында ойошторолдо. Унда Рәсәйҙән һәм Ҡаҙағстандан 20 команда геология буйынса төрлө һынауҙар үтә. Конкурста республика данын Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть-техник университеты һәм Октябрьский нефть колледжы студенттары яҡлай. Өфө фән һәм технологиялар университеты командаһынан Диана Бәҙрединова һөйләй.
Магнитогорск дәүләт техник университеты студенты Мораҙым Ильясов - Баймаҡ районынан. Ул уҡыуын тамамлағас тыуған яғына эшкә ҡайтырға уйлай.
“Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты 22 сентябргә тиклем дауам итә. Алдағы көндәрҙә командалар Ишембай һәм Ғафури райондарына экскурсияға бара.







