Борай питомнигы хеҙмәткәрҙәре 7 миллион төп ағас әҙерләгән. Урмансылар шыршы, ҡарағай, ҡайын һәм йүкә үҫентеләрен ҡаҙый башлаған. 23 сентябрҙә республикала ағас ултыртыу буйынса берҙәм өмә үткәрелә. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында 36 тематик аллея булдырыла, 7 мең төп эре ағас һәм 47 мең үҫенте ултыртыу ҡарала. Өфөлә ҡайын, йүкә, миләш, сирень, барбарис ағастарына өҫтөнлөк бирелә.







