Унда йырсылар, музыканттар һәм ижади коллективтар ҡатнаша. Танылған ижадсы 17 августа вафат булды. 25 сентябрҙә уға 95 йәш тулыр ине. Уның репертуарында 60-тан ашыу башҡорт халыҡ йыры бар. Абдулла Солтановтың яҙмалары Өфө дәүләт сәнғәт институты, “Останкино” телерадиокомпанияһы һәм Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка педагогия институты фондтарында, шулай уҡ беҙҙең телерадиокомпанияла һаҡлана. Моң эйәһен иҫкә алыу сараһы 25 сентябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ойошторола. Инеү бушлай.




