Радий Хәбиров республика кардиология үҙәгендә реконструкция эштәре барышы менән танышты

Күләмле проектҡа ярашлы, үҙәктең хирургия корпусы яңыртыла. 8 ҡатлы бинала операция, реанимация блоктары, интенсив терапия һәм диагностика бүлеге, поликлиника заман талаптары буйынса төҙөлә. Объектҡа инженер селтәрҙәр тоташтырылған, яҡын көндәрҙә йылытыу системаһын үткәреү көтөлә.

Республика кардиология үҙәге хирургия бүлегендә төҙөлөш 80 процентҡа теүәлләнгән. Дөйөм реконструкция тамамланғас, объектты медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу һәм биҙәү эштәре көтөлә. Хирургия корпусын заманса талаптар буйынса тәртипкә килтереү өсөн 6 млрд һум аҡса йәлеп ителгән. Яңыртылған корпус киләһе йыл май айында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ