Республика клиник психиатрия дауаханаһы тиҙҙән йәш кадрҙар менән тулыланасаҡ

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Өфө медицина колледжы эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң, киләсәктә йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә маҡсатлы килешеү төҙөләсәген белдерҙе. Бөгөн тәүге биш шәфҡәт туташы психиатрия дауаханаһында стажировка үтеү һәм артабан эшкә урынлашыу мөмкинлегенә ҡул ҡуйҙы. Бынан тыш, госпиталдә уҡыу үткән студенттарға стипендия ла түләсәнәк.

Хөкүмәт тарафынан беҙҙең алда бурыс йәш белгестәрҙе эш урындары менән тәьмин итеү бурысы ла ҡуйылды. Төп маҡсат - колледжды тамамлаусылар дәүләт ҡарамағындағы дауалау учреждениеларына эшкә барырға тейеш. Килешеү нигеҙендә студенттарҙың уҡыу барышында уҡ ҡайһы медицина учреждениеһына барасағы билдәләнә.

Илдар Ғиләжев, Өфө медицина колледжы директоры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ