Йола буйынса йыл һайын табип һөнәрен һайлаған йәштәрҙе тәбрикләү тантанаһы абруйлы ғалимдар, медицина белгестәре ҡатнашлығында уҙғарыла. Уҡыу йорто ректоры Валентин Павлов беренсе курстарға символик студент билетын дауалау факультеты старостаһына тапшырҙы. Зачет кенәгәләрен Башҡортостан Башлығының һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Вил Тимербулатов тапшырҙы. Ике тиҫтә йылға яҡын медицина университетын етәкләгән остаз йәштәргә медицина ғилемен өйрәнгәндә тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ кеүек сифаттар мөһим булыуын билдәлне.



