Өфөлә 60-тан ашыу кеше мөмкинлектәре сикләнгән ауырыуҙарҙы ҡарау буйынса уҡыуҙар үткән

Пациенттарҙы ашатыу, кейендереү һәм башҡа медицина күнекмәләренә Квалификацияны үҫтереү үҙәгендә өйрәтәләр. Дәрестәрҙе республиканың төрлө район-ҡалаларынан кешеләр үҙләштергән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Түшәктә ятҡан ауырыуҙарҙы ҡарау еңелдән түгел. Уларҙы ашатыуҙың да үҙ нескәлектәре бар. Аҙыҡ тамағына тормаһын өсөн, сирленең кәүҙәһен бер аҙ ҡалҡытыу мөһим. Учалы районынан Әлфиә Баҡыева мөмкинлектәре сикләнгән улын тәрбиәләй. Егет коляскала хәрәкәт итә, күберәк ваҡытын постелдә үткәрә. Шуға ла Әлфиә Баҡыева күнекмәләрҙе айырыуса иғтибар менән тыңлап үҙләштерә.

Әлфиә Баҡыеваның медицина өлкәһендә махсус белеме булмаһа ла, ханым санитарканы алмаштыра ала. Бында алынған белем төплө. Һәр бер һорауға юғары белемле белгестәр ентекле яуап бирә.

Курстарҙа социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә күмәк. Бер нисә көн эсендә улар урынынан ҡуҙғала алмаған пациенттарҙы ашатырға ғына түгел, кейендерергә, һаулығын контролдә тоторға, кәрәкле дарыуҙар һатып алырға өйрәнә.Төрлө йәштәге пациенттар менән эшләү күнекмәләрен үҙләштерә. Уҡыу түләүле, әммә уны үтеүселәрҙең күп өлөшө эш биреүсе йүнәлтмәһе буйынса килгән.

Махсус уҡыуҙарҙы бөгөнгә 60-тан ашыу кеше үткән. Практик күнекмәләргә күсер алдынан, уҡыуҙа ҡатнашыусылар тәүҙә дистанцион форматта теоретик белем ала. Лекциялар башлыса пациент менән мөғәләмә итеүгә өйрәтеүгә ҡоролған. Йылы һүҙ йән аҙығы тип бушҡа ғына әйтмәйҙәр. Был осраҡта һәр әйтелгән һүҙ сирлегә шифа сығанағы ла.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ