Ололарҙы хәстәрләп. «Көмөш быуын» проекты сиктәрендә, оҙаҡ йылдар райондың социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡандар һәм ветерандар ойошмаһының әүҙем ағзалары Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһында үҙ һаулыҡтарын тикшертте.
«Ғаилә» үҙәгенән табип күҙәтеүен үтергә саҡырыу алған оло йәштәгеләр электрокардиаграмма үтте, күҙ баҫымын үлсәне, дөйөм ҡан анализы тапшырҙы. Мәғариф ветераны Ғәйниямал Ишалина ла был сараға бик теләп килде.
Ҡан баҫымы күтәрелгәндә дарыуҙы күпме миҡдарҙа эсергә,табиптарҙың ҡабул итеү ваҡыты,теге йәки был сир буйынса иҫәптә тороусыларға бушлай дарыуҙарҙы ҡайҙан алырға. Осрашыуҙа оло йәштәге пациенттар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү буйынса лекция тыңланылар.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса участка терапевтары ололарҙы сәләмәтлек төркөмдәренә бүләсәк, сир асыҡланған осраҡта икенсе тикшереү этабын үтеүгә йәки диспансер иҫәбенә ҡуйыу өсөн саҡырасаҡ. Халыҡ-ара ололар көнө алдынан үҙенсәлекле сара хаҡлы ялдағылар өсөн бик урынлы булды.
Раушания Рәхимова



