Республика Башлығы бөгөн эш сәфәре менән Балтас районында. Иҫке Балтас ауылындағы был уҡыу йорто 60 йыл элек төҙөлгән. Бөгөн унда 160-тан ашыу студент белем ала. Борай һәм Тәтешле райондарында филиалдары эшләй. Бында тракторсы-машинист, ремонт буйынса оҫта, иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы һәм водителдәр әҙерләйҙәр.Радий Хәбиров уҡытыу бүлмәләре, оҫтаханалар, спорт залы һәм ашхананы ҡараны, студенттар һәм уҡытыусылар менән аралашты. Республика Башлығы колледжды ремонтлау һәм матди-техник базаһын нығытыу өсөн аҡса бүлергә ҡушты.







