Өфө фән һәм технологиялар университетында һауала һәм һыуҙағы заралы мәтдәләрҙе асыҡлаусы датчик уйлап табыған. Был асыш сәнәғәт предприятеларында хәүефһеҙлек тәьмин итергә ярҙам итеүҙән тыш, медицинала тиҙ диагностика үткәреү мөмкинлеген дә арттыра. «Өҫтөнлөк-2023» Мәғариф пректы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған проект хаҡында тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Бында ҡыҙыл зона түгел, ә махсус комбинезонда Өфө фән һәм технологиялар университеты йәштәр лабораторияһы хеҙмәткәре эшләй. Һаҡлыҡ косюмында ул туҙан индермәй торған зонаға инеп, университет студенттарының яңы эҙләнеүҙәрен тест аша тикшереп ҡарай. Аспирант Григорий Воронков микрон дәүмәлендәге датчиктарҙы «Өҫтөнлөк-2030» программаһы сиктәрендә Евразия фәнни мәғариф үҙәге грантына уйлап тапҡан.
Был датчиткты уйлап табыусы Григорий Воронков интерграл фотоника өлкөһендә туллаған белемдәренә таянған. Был микроэлектроника үҫешендә яңы баҫҡыс. Датчиктар энергия бик аҙ ҡуллана, һиҙгер, күләме бәләкәй. Сигналдар яҡтылыҡ диапазоны аша эшкәртелә. Интеграл фотоника медицина диагностикаһында ла киң ҡулланыла. .
Был тикшеренеүҙәр Башҡортостан радиоэлектроника кластерын яңы технологик процесстар һәм ҡорамалдар менән байытасаҡ. Бынан тыш иппортты алмаштырырға, донъя баҙарына сығырға булышлыҡ итәсәк.
Микроэлектроника һәм интеграл фотоника үҫеше ул-беҙҙең дәүләт алдында торған мөһим мәсьәләрҙән һанала. Фәндәге был йүнәлештәр иҡтисад, медицина, экология, сәнәғәт үҫешендә этәргес көс буласаҡ тип күҙаллана.
Өфө фән һәм технологиялар университетының йәштәр командаһы уйлап тапҡан микрочиптарҙы сәнәғәттә ҡулланыу кеше ғүмеренә хәүеф янаусы газдарҙы асыҡларға, һаулыҡ һаҡлауҙа ҡулланыу тиҙ арала анализдар эшләү мөмкинлеген бирәсәк.
Гүзәл Борханова



