Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының «Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» проекты тормошҡа ашырыла

Уның төп маҡсаты махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам итеү. Иглин районының «Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» ирекмәндәр штабы быйыл февраль аҙағында ойошторолған. Бында беренсе көндән маскировка селтәрҙәре үрелә, окоп шәмдәре яһала.

Штабтың эшмәкәрленә тотош Иглин халҡы ярҙам итә тип әйтергә мөмкин. Штабҡа оло быуын вәкилдәре лә, балалар ҙа килә. Бигерәк тә «Импульс» бейеү мәктәбе, Иглиндең 1-се һәм 2-се белем усағы уҡыусылары ҙур ярҙам күрһәтә. Һәр кем алғы һыҙыҡтағыларға йөрәк йылыһын еткерергә, Еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Ирекмәндәр әйтеүенсә, әле штаб өс сменала эшләй.

Штаб асылғандан алып даими рәүештә ярҙам күрһәтеүселәр бар. Мәҫәлән, Иглин районының иң оло кешеләренең береһе, хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны Владимир Егоров ай һайын 2 мең һум аҡса күсерә. Берҙәм эшмәкәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Ирекмәндәр февралдән алып меңдән ашыу окоп шәме әҙерләгән, ике мең квадрат метр тирәһе маскировка селтәре үргән, йөҙләп яугирға костюм теккән. Әле лә штабта эштең ҡыҙған мәле, Әнәс Вәлиуллин менән Иршат Миңлеханов шәм яһау өсөн парафиндар һатып алған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ