Дыуан районында мөһим социаль объекттарҙы төҙөү һәм ремонтлау йылдам бара

Мәғариф учреждениелары яңырыу кисерә, «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә ҙур төҙөлөштәр йәйелдерелгән. Райондың социаль үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ обьекттар менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.

Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә сменаһына 200 пациентты ҡабул итә торған балалар поликлиникаһы төҙөлөшө әүҙем бара. Әлеге ваҡытта өс ҡатлы бинаның фасады йылытыла, эске ремонт-биҙәү эштәре башҡарыла. Обьект йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырыласаҡ .Белем көнөнә капиталь ремонттан һуң Рухтин ауылындағы урта мәктәп ишектәрен асҡан. Мәғариф учреждениеһында йылытыу , электр, һыу тәьминәте, елләтеү системаһы тулыһынса яңыртылған. Уҡыу кабинеттары яңы мебель һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Капиталь ремонт федераль проект сиктәрендә үткәрелгән.

Күпер төҙөлөшөнә 60 миллион һумдан ашыу аҡса йүнләтелгән. Кошелевка йылғаһы 1200 халыҡ ғүмер иткән Михайловка ауылының ҡап уртаһынан аға. Быға тиклем халыҡ арғы яҡҡа эшкә , уҡыусылар мәктәпкә авария хәлендәге иҫке күпер аша йөрөргә мәжбүр булған. Яңы күперҙең файҙаланыуға тапшрылыуы Михайловкала йәшәүселәрҙең тормошон бермә-бер еңеләйтәсәк, тип күҙаллана.

Капиталь күперҙең ныҡлығын еңел автомобилдәрҙә беренсе булып үтеүсе водителдәр үҙҙәре лә һынап ҡараны.

Ярты быуат элек йылға аша ағас күперҙән «Вечный зов» фильмы геройы Кафтанов тарантаста елдереп үткән. Тарихи күпер йылдар үтеү менән туҙған.Соҡорҙар хасил булып авария хәленә еткән. Күпер аша хәрәкәтләнеү ғүмер өсөн хәүефле булған.

Кошелевка йылғаһы аша капиталь күпер төҙөлөшө бөтә техник талатарҙы үтәп башҡарылды. Свайҙар һәм урҙалар ныҡлы, ҡар һәм ямғыр һыуҙары ағып төшһөн өсөн махсус улаҡтар ҡоролдо. Йәйәүлеләр өсөн яҡтыртылған хәүефһеҙ һуҡмаҡ та бар.

Нурсолтан Алдынбаев, етештереү-техник бүлек етәксеһе

Михайловка ауылы аша яңы күпер ауылдың ике ярын ғына түгел, ә кешеләрҙең йөрәктәрен тоташтырыусы дуҫлыҡ күпере буласаҡ.Төбәктә быуаттар дауамында башҡорт, татар, рус, мордва берҙәм һәм татыу ғүмер итә.

Яңы күпер йыл ярымда төҙөлдө. Ауыл халҡы уның асылыуын түҙемһеҙләнеп көттө. Ҡаланыҡынан кәм бумаған социаль обьект халыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер, беҙгә сәйәткә килергә теләүселәр тип уйлайым.

Рәйсә Никитина, Михайловка ауыл биләмәһенең эштәр менән идара итеүсеһе

Ике ярҙы тоташтырыусы күпер Михайловка ауылы халҡына арғы яҡҡа эшкә йөрөргә, ә урман ауылдарына район үҙәгенә йөрөү мөмкинлеге бирәсәк. Бынан тыш заманса социаль обьект туризмды үҫтереүгә лә ҙур мөмкинлектәр аса.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ