Китап һаҡлау урыны ғына түгел, ул мәҙәни ял итеү, осрашыуҙар майҙансығына әйләнгән. Үҙәк китапхана «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында тулыһынса яңыртылған. Ошо маҡсатта 10 миллион һум аҡса тотонолған. Былтыр китапханала муниципалитет хакимиәте ярҙамында ремонт яһау конкурста ҡатн шыу мөмкинлеге биргән. Сөнки федераль талаптарға ярашлы төҙөкләндерелгән китапханалар ғына конкурсҡа ғариза бирә ала. Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.
Башҡорт һандығында ҡамсат бүрек, балаҫ һәм көршәк. Милли ҡомартҡыларҙы Ишембай районы халҡы һәм китапханасылар килтергән. Китапхананың этно лабораторияһында районда йәшәгән башҡорт, рус, татар, сыуаш халыҡтары һандыҡтары ҡуйылған. Этно мөйөш осраҡлы ойошторолмаған. Үҙәк китапхана «Мәҙәниәт» милли проекты конкурсында тап этно концепция менән ҡатнашҡан.
Килеүселәрҙе голографик манекен да милли кейемдә, дүрт телдә сәләмләй. Ингәс тә электрон каталог менән танышырға мөмкин.
Китапханала сығыш яһау өсөн подиум, дискуссиялар майҙансығы бар. Бында балалар яратҡан уйындарын уйнай ала.
Районда был икенсе моделле китапхана. Тәүгеһе Этҡол ауылында асылғайны.
Сәләмтәлеге буйынса мөмкинлеге сиклеләр өсөн трансформер парталар һатып алынған. Брайль шрифты менән тактиль китаптар һәм баҫмалар бар. Телмәрендә тайпылыш булған кескәйҙәр менән логопед шөғөлләнә.
Автотренажер уҡыусыларҙың яратҡан урыны. Ҡоролмала автомобиль йөрөтөргә өйрәнеү өсөн әҙерлек үтергә була. Руль артына тик 16 йәше тулғандарға ултырырға рөхсәт ителә.
50 тамашасы һыйҙырышлы конференция залы ла мультимедия комплексы менән йыһазландырылған. Балалар өсөн кинофильмдар күрһәтелә, ижади кисәләр уҙғарырға, ғаилә менән килеп ял итергә мөмкин. Китапхананың үҙ типографияһы бар, Мультиүҙәктә 300-гә яҡын электрон һәм 197 аудиокитап йөкмәткеһе менән танышырға була. Өлкән йәштәгеләр өсөн дә креатив майҙансыҡ яһалған.
Рәмилә Исмәғилева



