Ул башҡорт теленең Дим һөйләшен һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында ойошторола. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауа итә.
Ғалимдарҙың төрлө йылдарҙа яҙып алған фольклор материалдарына ярашлы, Дим буйы башҡорттары араһында «ҫ» хәрефе кеше исемдәрендә лә киң ҡулланылған. Тел үҙенсәлеге бөгөн дә һаҡланып килә. Быны радио-телевидение яҙмаларынан сығып та билдәләргә мөмкин. «Ҫөйләш» фестиваль-марафонының беренсе көнө башҡорт теленең көньяҡ диалектына аңлатма биреүҙән башланды.
Башҡорт теленең көньяҡ диалекты Эйек-Һаҡмар, Дим һәм Урта һөйләштәрҙе үҙ эсенә ала. Әҙәби телгә яҡын булһа ла был төр һөйләш тулыһынса нормаларға тап килеп бөтмәй. Мәҫәлән, «бойҙай» әҙәбисә әйтелһә, көньяҡ диалектында ул «боҙай» тип ҡулланыла. Ошо һәм башҡа миҫалдар менән бергә дәүләкәндәр фразеологизм үҙенсәлектәре, географик объекттар, топонимдар әһәмиәтенә айырым туҡталды. Шулай уҡ һөйләштәге мәрәкле һөйләшеү алымдарын да иҫкә алды.
«Ҫөйләш» фестиваль-марафонында теләге булған һәр кем сығыш яһаны. Килгән халыҡ иғтибарына шулай уҡ урында ғалимдар өйрәнгән фәнни хеҙмәттәр, китаптар тәҡдим ителде. Сара, ғөмүмән, тик бының менән генә сикләнмәйәсәк. Дәүләкән ҡалаһынан старт алған проект артабан райондың ете ауыл биләмәһен дә үҙ эсенә алыр тип көтөлә.
Әлбиттә, фестиваль-марафонды асыу тантанаһы тик һөйләшеүҙәрҙән генә торманы. Шулай уҡ Дим буйы башҡорттарында ғына йырланған композициялар ҙа башҡарылды. «Юлаусы», «Шарлы урман» тип исемләнгәнен айырым билдәләргә мөмкин. Ә инде проектҡа йомғаҡ 14 декабрҙә яһала.
Азат Ғәлиуллин






