Радий Хәбиров Балтас районында МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Балтасҡа эш сәфәре барышында Радий Хәбиров район үҙәгендә яңы төҙөлгән Хәрби һәм хеҙмәт даны аллеяһында булды. Ул «Атайсал» программаһы сиктәрендә Балтас районында тыуып әле Ижевск ҡалаһында йәшәгән Фларид Фәйрушиндың финанс ярҙамы менән төҙөлгән. Бында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлеге мәңгеләштерелеп, райондың күп кенә хөрмәтле кешеләре тураһында мәғлүмәттәр бирелгән.

Радий Хәбиров мәхрүм булған балтастарҙы иҫкә алды һәм обелискка сәскә һалды. Башҡортостан башлығы шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған Тимур Нухов, Зөфәр Вахиев, Денис Пихтовников, Фидан Йосопов һәм Айрат Фазлетдиновтың ғаиләләре менән осрашты. Республика етәксеһе хәрбиҙәрҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашып, һәләк булған батырҙарҙың ғаиләләренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ