Өфөлә быйыл 150 йәш уҡытыусы эш урыны менән тәьмин ителгән

Ул былтырғы йыл менән сағыштырғанда, 84 кешегә күберәк. Был турала бөгөн баш ҡалала асылған «Йәш педагогтар лигаһы» проекты барышында әйтелде. Федераль грант ярҙамында тормошҡа ашырылған сарала уҡытыусылар өсөн тренинг, оҫталыҡ дәрестәре, профессональ белем эстәү буйынса төрлө яҡлы майҙансыҡтар эшләне.

Йәш педагогтар алдында ҡала һәм төбәк мәғариф учреждениелары, шулай уҡ юғары уҡыу йорто белгестәре сығыш яһаны. Улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Сара барышында грант конкурстарында ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында ла һүҙ барҙы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ