Яңы объект урындағы предприятиеның финанс ярҙамы менән «Ал елкәндәр» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге биләмәһендә төҙөлгән. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Оло Ҡуғанаҡ ауылы мәктәбенең балалар футбол клубы уйынсылары тәүгеләрҙән булып яңы спорт майҙансығын һынаны. Күләмле турнирҙарға етди әҙерлек алып барыу өсөн ниһайәт, уңайлы шарттар булдырылды. Ҡойма менән уратылған биләмәлә хәүефһеҙ резина япма түшәлгән, баскетбол, волейбол уйнарға мөмкин.
Спорт майҙансығы «Ал елкәндәр» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге биләмәһендә урынлашҡан. Социаль учреждениела етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ун һигеҙ бала тәрбиәләнә. Йәйге осорҙа улар лагерҙа ял иткәндә, ҡола ялан участкала яңы объект төҙөлөшө ойошторолған. Күләмле проект Оло Ҡуғанаҡ ауылында эшләгән сәнәғәт предприятиеһы тарафынан финансланған.
Ҡышҡыһын спорт майҙансығында хоккей уйнар өсөн шарттар булдырыу планлаштырыла. Эргәлә төҙөлгән воркаут үҙәк тә балаларҙың физик мөмкинлектәрен яҡшыртыуға этәргес. Әйткәндәй, «Ал елкәндәр» ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге тәрбиәләнеүселәре спорт менән дуҫ. Республика, ил кимәлендәге турнирҙарҙа ла бер-бер артлы еңеүҙәр яулана.
Гөлназ Хәйбуллина



