Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылы халҡы ҡабаҡ байрамы ойошторҙо

Көҙгө муллыҡ байрамына ауылда йәшәгән һәр ғаилә үҙ өлөшөн индерҙе. «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡан ауыл байрамын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.

Һәр йыл һайын ҡабаҡ үҫтереп мул уңыш алған Түбәнге Зәйет ауылы халҡы быйыл да уңғанлыҡта һынатмаған. Был яҡтарҙа талымһыҙ һәм файҙалы баҡса культураһы һәр ихатала үҫә, байрам көндө ауыл урамында ҡабаҡтың төрлө сорттарынан ҡыҙыҡлы композициялар хасил булды.

Быйыл Түбәнге Зәйет ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша.Ҡабаҡ байрамы ла тәү сиратта сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелде, ауыл фельдшеры халыҡҡа ҡабаҡтың һаулыҡҡа файҙалы сифаттарын һанап үтте.

Түбәнге Зәйеттәр ҡабаҡтан һут һәм ҡайнатмалар ҙа әҙерләй, тәмле бәлештәр бешерә. Байрамда һәр хужабикә был йәшелсәнән үҙенең аш-һыуын тәҡдим итте.

Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы төбәктә тематик байрамдарҙы артабан да дауам итмәксе. Сөнки урындағы халыҡ тырышып эшләй һәм зауыҡлы ял да итә белә.

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ