Сибайҙан яугир уҡытыусыға дәүләт наградаһы тапшырылған

“Уҡытыусы” ҡушаматлы һалдат махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнгән. Был турала Сибай ҡала хакимиәте хәбәр итә. Илдар “Тиҫтер” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубында педагог-ойоштороусы булып эшләй. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ир былтыр Ҡоралла көстәр сафына баҫа. “Яҡташыбыҙ Ватан һаҡсыларының береһе. Уның менән ғорурланабыҙ, иҫән-һау ҡайтыуын теләйбеҙ”, - тип белдерәләр Сибай хакимиәтенән.

Фото №1 - Сибайҙан яугир уҡытыусыға дәүләт наградаһы тапшырылған
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ