Башҡортостанда Дүртөйлө-Әшит юлы төҙөлөшө дауам итә

Ул М-12 федераль трассаһының бер өлөшө була. Уның аша Санкт-Петербургтан Владивостокка тиҙ йөрөшлө маршрут һуҙыла. Башҡортостан билмәһендә 56 күпер һәм юл айырсаһы төҙөлә. Әле 49 объектта эш бара, тип хәбәр итәләр  Федераль юл агентлығынан.  Магистралдең 140 километры  Дүртөйлө, Борай, Тәтешле райондары аша үтә. Был - төҙөлөштөң беренсе этабы. Артабан, эштәр Пермь крайында  һәм Свердловск өлкәһендә дауам итә.

Фото №1 - Башҡортостанда Дүртөйлө-Әшит юлы төҙөлөшө дауам итә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ