Өфөлә төбәктең урман тармағы алдынғылары бүләкләнде

Уҙған йәкшәмбе йәшел ҡалҡанды һаҡлаусыларҙың һөнәри байрамы билдәләнде. Хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды. Башҡортостан республикаһы һуңғы 5 йылда Волга буйы федераль округында ултыртылған урман майҙаны буйынса беренсе урынды биләй. Йәшел фонд йыл һайын 7 мең гектарға тулылана - был ҡырҡыу күрһәткестәренән күберәк тиелде тантаналы йыйылышта. Тармаҡ уңышы - үҙ эшенә тоғро урмансылар хеҙмәте. Был өлкәлә ғаилә династиялары менән эшләүселәр күп.

Йыйылышта ҡатнашыусыларға Өфө урман-техник техникумы буйлап экскурсия ойошторолдо. Ҡунаҡтарға уҡыу йортоноң яңыртылған майҙансыҡтары, музей күрһәтелде.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ