Башҡортостанда «Геоһынау» Халыҡ-ара чемпионаты дауам итә

Рәсәй төбәктәренән, Ҡаҙағстан Республикаһынан килгән буласаҡ геологтар аҙна дауамында ярыштарҙа көс һынаша. Һәләтле йәштәр менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров осрашты. «Геоһынау» чемпионаты киләһе йыл да Башҡортостанда ойоштороласаҡ тип килешелде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Башҡортостанда үткән тәүге «Геоһынау» халыҡ-ара чемпионатында Рәсәйҙең 20 төбәгенән йыйылған буласаҡ геологтар һөнәри белемен һынап, төрлө йүнәлештәге ярыштарҙа көс һынаша. Республиканан чемпионатта Өфө дәүләт нефть техник, Өфө фән һәм технологиялар университеттары, Октябрьский нефть колледжы студенттары сығыш яһаны.

Конкурсанттар палеонтология, геохимия, гидрология, минералогия, петрография буйынса һынау тотоп, жюри алдында үҙ проекттарын яҡланы.

Халыҡ-ара чемпионат Радий Хәбиров тәҡдиме менән Рәсәйҙең ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәкселеге ярҙамында ойошторолдо. Республика етәксеһе һәләтле йәштәр менән «Патриот» хәрби-патриотик паркында осрашып, геолог һөнәренә заман талаптары тураһында уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.

«Геоһынау» Халыҡ-ара чемпионаты киләһе йылға ла Башҡортостанда үтәсәк тип көтөлә. Шишмә районындағы «Патриот» паркынан тыш һынауҙар Архангел, Ишембай һәм Ғафури райондарындағы майҙансыҡтарҙа ойошторола. Мәртәбәле ярыш геология йүнәлешендә көслө кадрҙар әҙерләү маҡсатын күҙ уңында тота. Чемпионатта еңеүселәргә тармаҡтың алдынғы ойошмаларында стажировка үтеү мөмкинлеге бирелә.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ