Өфөлә сираттағы мобилизациаланыусылар төркөмө алға һыҙыҡҡа юлланды

Ике аҙна отпускынан һуң, махсус хәрби операция биләмәһенә. Өфөлә сираттағы мобилизациаланыусылар төркөмө алға һыҙыҡҡа юлланды. Алда уларҙы ике көнлөк юл көтә. Хәрбиҙәрҙе яу биләмәһенә тиклем алып барыу өсөн республика тарафынан транспорт бүленгән. Яугирҙарҙы «Өфө-арена» майҙанынан уларҙың яҡындары, дуҫтары оҙатты.

Ир-егеттәрҙе махсус хәрби операцияға оҙатыу сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты. Дәүләт эшмәкәре яугирҙарға Башҡортостан башлығы сәләмен еткереп, Ватан алдында бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен теләне. Ирек Сәғитов белдереүенсә, һалдаттарҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтелеп тора, уларҙың мәсьәләләре тиҙ арала хәл ителә. Ошо көндәрҙә Ирек Сәғитов етәкселегендә республика вәкилдәре Донбасҡа йәнә гуманитар ылау алып барған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ