Елек мейеһе донорлығына арналған сара Улан-Удэ ҡалаһында башланып, Архангельскиҙа тамамланасаҡ. Марафонда Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да ҡатнашты. Ведомство етәксеһе Республика ҡан тапшырыу станцияһында ҡан биреп, елек мейеһе донорҙары исемлеген тулыландырҙы. Әйткәндәй, Айрат Рәхмәтуллин Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрҙары араһында регистрға иң беренсе булып ингән. Үҙ миҫалында ул изге эшкә башҡаларҙы ла йәлеп итмәксе. Сөнки республикала һәм илдә елек мейеһе донорҙарына ихтыяж юғары.
Башҡортостанда потенциаль 8 мең елек майы доноры теркәлгән. Ҡан тапшырыусы һәр кеше донор була алмағанын иҫәпкә алғанда, был түбән күрһәткес. Елек мейеһен күсереү өсөн, донор һәм реципиенттың генетик игеҙәктәр булыуы мотлаҡ. Республикала иҫәпте 15 меңгә тиклем арттырыу бурысы тора. Акцияла 18 йәштән 45 йәшкә тиклем граждандар ҡатнаша ала. Донорҙарға ҡарата һаулыҡ буйынса талаптар бар.






