Гүзәл заттарҙың ҡоро был юлы Красноусол ауылындағы мәҙәниәт йортонда үтте. Сара төрлө быуын, милләт ҡатын-ҡыҙҙарын берләштерҙе.
Асыҡ академия фәһемле һәм мауыҡтырғыс майҙансыҡтарға бай булды. Гүзәл заттар матурлыҡ, зауыҡ серҙәре менән бүлеште, сәләмәтлеген тикшерҙе, үҙҙәрен борсоған һорауҙар буйынса белгестәр менән кәңәшләште.
Биләмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса брифинг та ойошторолдо. Бында Өфө табиптары лекцялар уҡыны, бушлай консультация бирҙе. Сарала 200-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты, 70-ләп бала стоматологтарҙың тикщшереүен үтте. Ошонда уҡ «Миһырбанлыҡ ҡалаһы» хәйриә фонды ойошторған «Изге ғәмәлдәр мәле» акцияһына хәйриә эшмәкәрлеге өсөн сертификаттар тапшырылды. Хәйриә ярҙамы уйынсыҡтарҙан, канцелярия тауарҙарынан, көнкүреш химияһынан, кейем-һалымдан тупланған, ул социаль приюттарға, балалар учреждениеларына тапшырыла. Проекттың маҡсаты- етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү.






