Ишембай районындағы Привалов фермер хужалығына ауыл хужалығы техникаһы водителдәре кәрәк

Трактористарҙың эш хаҡы 50 мең һумдан, комбайнерҙарҙыҡы 90 меңдән тип белдерәләр ойошманан. Скворчиха ауылы янында биш йыл элек барлыҡҡа килгән хужалыҡта 630 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Дәүләт субсидияһына тоҡомло мал һатып алынған. Фермала яңы корпустар төҙөлгән. Һөт Стәрлетамаҡтағы һөт комбинатына тапшырыла. Әле мал аҙығы әҙерләү дауам итә, силос соҡорҙары тултырыла.

Быйыл ҡыш хужалыҡ Кинйәбулат ауылында ит эшкәртеү цехы асҡан. Колбаса, билмән, манты, хинкали - бөтәһе 10- 15 төр ярымфабрикат етештерелә. Продукция урындағы кибеттә, Ишембайҙа магазинда һатыла, Салауат ҡалаһында ла сауҙаға сығарыу күҙаллана.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ