Өфөнөң «Арт-эксперт» һынлы сәнғәт галереяһында Ольга Самосюктын шәхси күргәҙмәһе асылды

Өфөнөң «Арт-эксперт» һынлы сәнғәт галереяһында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ольга Самосюктын шәхси күргәҙмәһе асылды. Рәссам үҙенсәлекле ҡурсаҡтар ҙа эшләй. Баҫма графикалалағы тәжрибәһе ижадсыға илебеҙҙең иң билдәле рәссамдары сафына баҫырға булышлыҡ итеүҙән тыш, халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулау мөмкинлеге биргән.

Уның офорт техникаһы менән башҡарылған сәнғәт әҫәрҙәре төҫтәре, деталдәре, теүәл композицияһы менән отошло. Ольга Самосюктың эштәре Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә 20-нән ашыу диплом һәм бүләктәр менән баһаланған. Тамашасы авторҙың үҙенсәлекле графика сәнғәте менән 20 ноябргә тиклем Өфөнөң «Арт-эксперт» һынлы сәнғәт галереяһында таныша ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ