Башҡортостанға Төркиәнең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Мехмет Самсар килде

Эш сәфәре сиктәрендә ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты.

Был Мехмет Сансарҙың һуңғы эш сәфәре, ул Рәсәйҙәге 5 йыллыҡ дипломатик миссияһын тамамлай. Илсе даими ярҙамы өсөн Республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Минең тәүге командировкам да тап Өфөгә булғайны, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек иттек. Радий Хәбировтың башланғысы менән Истамбулда Башҡортостан вәкиллеге асылды. Ә Өфөлә Төркиәнең Почетлы консулы эш башланы, тине Мехмет Сансар.

Башҡортостан башлығы үҙ сиратында, Рәсәй-төрөк мөнсәббәтәрен нығытыуға тос өлөш индергән өсөн илсегә рәхмәт белдерҙе. Тауар әйләнеше арта, социаль-иҡтисади өлкәлә хеҙмәттәшлекте нығытырға мөмкинлектәр күп, тине Радий Фәрит улы. Күптән түгел, Өфөлә Төркиәнең крандар етештереү компанияһын асырға килешелгән. Шулай уҡ Башҡортостан эшҡыуарҙары эш сәфәре менән Төркиәгә барырға ниәтләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ