Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙы хәстәрләп. Стәрлетамаҡ районы Загородный ҡасабаһынан Гөлнур менән Радик Мөстәҡимовтар бер йыл эсендә хәрбиҙәргә меңдән ашыу әйбер - маскировка халаттары, баш һәм өҫ кейемдәре, плащ-палаткалар теккән. Был эшкә ғаилә «Үҙебеҙҙекеләргә тегәбеҙ» ирекмән төркөмө эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң ҡушылған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Өҫ кейеме тулыһынса әҙер. Сираттағы партияны тегә башларға кәрәк. Гөлнур менән Радик Мөстәҡимовтар хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәре төҙөгән эш графигы буйынса йәшәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға кейем тегәләр. Өйҙәге бүлмә етештереү цехына үҙгәртелеп, махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Гөлнур МөстәҠимова ун биш йыл тегенсе булып эшләгән, тормош иптәше - эшҡыуар. «Үҙебеҙҙекеләргә тегәбеҙ» ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылыуҙары осраҡлы түгел. Ғаилә мәрхәмәтлеккә ынтыла. Башта көнкүреш теген машинаһын файҙаланһалар, хәҙер ҡул аҫтында сәнәғәт кимәлендәге ике техник ҡулайлама. Туҡыма, еп, фурнитура менән битараф булмаған кешеләр ярҙам итә.
Стәрлетамаҡ районында мәрхәмәтле кешеләрҙең күп булыуы һөйөндөрә. Урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, әле сираттағы гуманитар ылау туплана.
Мөстәҡимовтар ғаиләһенә килгәндә, изге эшкә улар үҙ теләге менән ҡушылған. Билдәле булыуынса, «Үҙебеҙҙекеләргә тегәбеҙ» Бөтә Рәсәй ирекмәндәр хәрәкәте бөгөн 180 ҡала оҫталарын берләштергән. Тәүмаҡсат - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү.
Гөлназ Хәйбуллина






