Өфөлә Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан тиҫтәләп белгес тактик уҡыуҙарҙа ҡатнашты

Бәхетһеҙ осраҡ сәбәптәрен асыҡлау өсөн Өфөлә фатир яндырылды. Республика район-ҡалаларынан Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан тиҫтәләп белгес тактик уҡыуҙарҙа ҡатнашты. Бөгөн улар күп ҡатлы йорттағы янғын сәбәптәрен асыҡлап, утты һүндерҙе. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Сценарий буйынса бәхетһеҙ осраҡ иртәнге сәғәттәрҙә теркәлә. Ут хәүефле тормош алып барған ирҙең фатирынан сыҡҡан. Һөҙөмтәлә, күп ҡатлы йорттоң бер подъезында йәшәүселәрҙе эвакуацияларға тура килә. Янғын һүндереүселәргә бәхетһеҙ осраҡ сәбәптәрен асыҡлау бурысы ҡуйыла.

Янғын-тактик уҡыуҙар өсөн күп ҡатлы йорт фатирына ысынлап ут төртөлә. Республика район-ҡалаларынан килгән белгестәргә уны һүндереү менән бергә, тәүтикшереүселәргә осраҡ буйынса тулы анализ бирергә тура килде. Ә ғәҙәттән тыш хәл ысынбарлыҡҡа тап килтерерлек итеп ойошторолдо. Шуға ла хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәү төп маҡсат.

Профессиональ янғын һүндереселәрҙең эш итеүен Өфөнөң радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенттары ла күҙәтте. Улар өсөн дә бөгөн тәүге тәжрибә.

Янғын һүндереүселәр һәм тәүтикшереүселәрҙе бутау өсөн фатир эсен төрлө яҡлап үҙгәртергә тура килә. Осраҡ сәбәптәренән тыш, уттың нисек таралыуын да баһалау еңелдән бирелмәй. Янғын-тактик уҡыуҙар һуңында фатирҙа сыҡҡан янғынға тәмәке, йә электр сымдарындағы ҡыҫҡа ялғаныш түгел, ә ут булмауға тоҡандырылған май шәм сәбәпсе.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ