Башҡортостан табиптары яҡташ яугирҙәр сәләмәтлеге һағында

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә яҙыуынса, медицина белгестәренең Луганскиҙа командировкаһы дауам итә. Уҙған айҙа табиптар 3 мең 400 кешене ҡабул иткән. Ошо көндәрҙә махсус бригада башҡорт батальондарының береһенә барған. Яугирҙәргә Красный Луч ҡалаһында тулы медицина тикшеренеүе ойошторорға ҡарар ителгән. “Табиптар анализдар алған һәм дауалау курсы үткәргән”, - тип яҙа Максим Забелин.

Фото №1 - Башҡортостан табиптары яҡташ яугирҙәр сәләмәтлеге һағында
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ