Райондың Көшөл ауылында яңыртылған ҡоҙоҡ асылған. Ауылдаштар уның биләмәһен таҙартҡан, ағастар ултыртҡан, йәйәүлеләр һуҡмағы булдырылған. Сығанаҡҡа Нурлығаян бабай ҡоҙоғо тигән исем бирелгән. Уны Граждандар һуғышы яугире Нурлығаян Нурғәлиев ҡаҙыта. Хеҙмәт ветераны Илзидә Фәтихова һөйләй.
“Хәҙер Нурлығаян ҡоҙоғо биләмәһе халыҡтың яратҡан урынына әйләнде”, - ти Зәбирә Шәрифйәнова.







