Бөгөн Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһының сираттағы 51-се ултырышы үтте. Колонна залында үткән сарала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға республика исемлеге буйынса һайланған депутаттарға таныҡлыҡ тапшырылды.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылышына республика округы буйынса 55 депутат һайланған. Иң ҙур состав «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенән, улар иҫәбенә 41 парламентарий тура килә. Коммунистар 6, «Либерал-демократик» менән «Ғәҙел Рәсәй-Патриоттар» хаҡлыҡ өсөн партияларынан дүртешәр депутат. Яңы саҡырылышта ошоға тиклем эшләгән депутаттар ҙа, яңы исемдәр ҙә бар. Әммә бөтәһе лә халыҡ араһында киң танылыу яулаған, әүҙем эшмәкәрлектәре менән танылған шәхестәр. Мәҫәлән, етенсе саҡырылыштағы иң йәш депутатҡа 22 йәш, ул махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан яугир Артур Ғәлиев. Парламентарийҙар араһында етәкселәр ҙә, эшҡыуарҙар ҙа, спортсылар ҙа, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә байтаҡ.



