Өфө университеты Рәсәй авиавуздары ректорҙарын берләштерә. Өфө фән һәм технологиялар университетында Рәсәй аэрокосмос вуздары консорциумына ингән университет ректорҙары ултырышы үтте. Атҡаҙанған авиаконструкторҙар, проектлаусылар, инженерҙарҙы йәлеп итеүсе юғары уҡыу йортона Санкт-Петербург, Һамар һәм башҡа ҡалаларҙан бөтәһе 11 вуз ректорҙары йыйылды. Улар яңы белем биреү системаһының пилот проектын булдырыуҙы тикшерә. Мәскәү авиация институты ректоры, Рәсәй авиаконструкторы һәм эшҡыуары Михаил Погосян лекция уҡыны.



