«Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» төбәк проекты сиктәрендә Таулыҡай мәктәбендә мәғариф үҙәге ойошторолдо. Уҡыусылар өсөн яңы мөмкинлектәр асҡан тантанала БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.
Быйылғы уҡыу йылынан Таулыҡай мәктәбендә физика, информатика,химия, биология дәрестәре яңы юҫыҡта, заманса шарттарҙа алып барыласаҡ.Бының өсөн бүлмәләр яңыртыла, матди-техник база алына. 9 класс уҡыусылары өсөн химия дәресе хәҙер иң ҡыҙыҡлыһы.
КҮҙәктә балалар команда ла эшләргә, идеяларын тормошҡа ашырырға, фекерҙәре менән уртаҡлашырға өйрәнә‐был заман талабы.Яңы ҡоролмалар уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, алтынсылар робототехника серҙәренә бик тиҙ төшөнөп , ауыл ерендә иң кәрәкле техника - тракторҙы эшләп тә ҡуйҙы.
Үҫеш нөктәһенең төп маҡсаты ‐ балаларҙы һәр яҡлап үҫтереүгә, һәләттәрен асыуға, фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелгән. 2019 йылдан алып Баймаҡ районының 22 мәктәбендә Һанлы һәм гуманитар профилле үҙәк булдырылды. Таулыҡай мәктәбе уҡыусылары ла милли проект ярҙамында ҙур уңыштарға өлгәшер.



