Урман хужаһы ауылдарға сыға. Һуңғы арала интернет селтәрендә ихаталар эргәһенә килгән айыу төшөрөлгән видеояҙмалар тарала. Белорет районының Аҙналы ауылы эргәһендә лә «көтөлмәгән ҡунаҡ» мал-тыуарға һөжүм итә башлаған. Урында йәшәүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Аҙналы ауылынан яҡынса ярты километр алыҫлыҡтағы аҡлан. Халыҡ уны «һыйыр батҡан» тип йөрөтә. Сентябрь башында оҙайлы, көслө ямғырҙар булһа ла Сафуановтар ғаиләһенең эре малы батмай, ә айыуҙан таланған.
Ауыл халҡының күбеһе малға ҡарап йәшәй. Һөт ризыҡтарын баҙарға сығарып һата, аҡса эшләй. Мал башын иҫәпләп, бесән дә һатып алынған. Шуға күрә һыйырҙарҙың йыртҡыстар арҡаһында кәмеүе ер кешеһенә ҙур зыян килтерә. Быйыл Белорет районыныда ғына 6 мал айыуҙан таланған. Һунарсыларға хужалыҡҡа зыян килтергән хайуандар һанын көйләү буйынса өс лицензия бирелгән. Уларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашырылған.
Сермән ауылында урман ҡунаҡтарына ҡаршы электр көтөүсе менән көрәшәләр. Йәндек тауы итәгендә өс биләмә кәртәләнгән. Һәр береһе яҡынса 250 гектар ерҙе үҙ эсенә ала. Электр көтөүсе һыйырҙарҙы йыртҡыстарҙан һаҡлап ҡына ҡалмай, мал-тыуар ҡатнашлығында юл хәрәкәте ваҡиғаларын да кәметте, ти ауыл советы етәксеһе
Шулай ҙа юл буйында малдарҙы әле булһа ла осратырға мөмкин. Күрәһең, йыртҡыстар йөрөүе халыҡты ҡурҡытмай.
Оҡшаш хәл Мәләүез районында ла теркәлгәйне. Һыйырҙы тырнағы аҫтына эләктергән айыуҙы урында йәшәүсе ир күреп ҡала.Ҡыҙғанысҡа, эре мөгөҙлө малды ҡотҡарып алып ҡалып булмай. Башҡортостан биләмәһендә тайыштабандарҙың артыуын белгестәр бер нисә сәбәпкә бәйләй. Тәү сиратта законһыҙ айыу аулаусыларға яза көсәйтелгән. Икенсенән, лицензия хаҡы һунарсылар өсөн күтәрерлек түгел. Көн дә иртәнсәк малын ҡырға ҡыуған ауыл халҡына кискеһен йорт хайуандарының иҫән әйләнеп ҡатырына өмөтләнергә генә ҡала.
Әлфинә Килдейәрова






