Өфө -2 тарихи объекты табылыуға 70, ә уны асыуҙа ҡатнашыусыларҙың береһе археолог Нияз Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл.
Ошо айҡанлы баш ҡаланың Арт- квадрат майҙансығында фестиваль үтте. Сарала ҡаласыҡта табылған ҡомартҡылар экспозицияһы, һөнәрселәр күргәҙмәһе эшләне. Сараға килеүселәр билдәле археолог Нияз Мәжитов һәм уның хеҙмәте тураһында мәғлүмәт менән таныша алды. Асыҡ һауала концерт ойошторолдо, ҡылыс менән алыш реконструкцияланды.



