Башҡортостан илдең ҙур машина төҙөү үҙәктәренең береһе булып тора. Был тармаҡ предприятиелары нефть һәм газ табыу, химия, нефть химияһы тау сәнәғәтен хеҙмәтләндерә. Пассажир, туристик, һәм мәктәп автобустары, тағылма-цистерналар, вертолеттар, крандар һәм башҡа техника етештерелә. Башҡортостан машиналар төҙөү комплексында 700-ҙән ашыу предприятие бар. Республикала был тармаҡта 60 меңгә яҡын хеҙмәткәр эшләй. Һөнәри байрам йыл һайын сентябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә.







