Башҡортостан модулле ҡунаҡханалар төҙөү өсөн федераль бюджеттан аҡса ала

Был турала Республика Башлығы  Радий  Хәбиров  социаль селтәрҙә  яҙа. - Башҡортостанға туристарҙы тағы әүҙемерәк йәлеп итәбеҙ. Беҙ модулле ҡунаҡхана, глэмпинг, кемпингтар төҙөлөшө  өсөн өҫтәмә аҡса аласаҡ төбәктәр исемлегендә.  672 миллион һум бүленә.  Тимәк,  2023-2024 йылдарҙа төбәктә  туризмды  үҫтереү  өсөн  1 миллиард 480 миллион  һум йәлеп  итә алдыҡ, рекорд күләмдә федераль ярҙам. Башҡортостан был өлкәлә лидерҙарҙың береһе, - ти Радий  Хәбиров. Был аҡсаға 36 районда туризм өлкәһендәге  150 инвестиция  проектын ғәмәлгә  ашырыу  ҡарала.

Фото №1 - Башҡортостан модулле ҡунаҡханалар төҙөү өсөн федераль бюджеттан аҡса ала
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ