Башҡортостан Башлығы Сочи ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй медиа форумында журналистар менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Сочи ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй медиа форумында журналистар менән осрашты

Мәғлүмәт фронтында ла ныҡлы еңеү кәрәк. Был яуаплы бурыс журналистар иңендә. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Сочи ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй медиа форумы барышында белдерҙе. Сара сиктәрендә Башҡортостандың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамы тураһында күргәҙмә ойошторолдо. Шулай уҡ республика башлығының форумда ҡатнашыусы журналистар менән осрашыуы уҙҙы. Форум майҙанынан БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Бөтә Рәсәй медиа форумы уҙған «Жемчужина» ҡунаҡханаһының күргәҙмәләр залында йәнлелек. Бөгөн майҙансыҡ Башҡортостан журналистар союзыныҡы. Экспозиция «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ», тип атала. Күргәҙмәгә махсус хәрби операция биләмәһендә эшләгән хәбәрселәрҙең фотоматериалдары ҡуйылған.

«Ағиҙел» журналы баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин Донбасҡа барып, күреп, йөрәк аша үткәреп ижад иткән ҡәләмдәштәребеҙҙең береһе. Сәфәр һөҙөмтәһе булараҡ ул китап яҙған.

Илебеҙ иңенә төшкән һынау мәлендә журналистарға ифрат та яуаплы бурыс йөкмәтелә. Сафтар тигеҙлеген һаҡлау. Йәмғиәтебеҙҙе туплау, дошман таратҡан ялғанды фашлау мәғлүмәт фронтында ғына түгел махсус хәрби операцияла еңеүгә илткән юл тип билдәләне Башҡортостан башлығы журналистар менән осрашыу барышында.

Башҡортостан илдең ныҡлы тылы. Республика махсус хәрби операция башланғансы уҡ Донбасс халҡына ярҙам итеп килде. Әле лә утлы төбәккә гуманитар ылауҙар даими оҙатыла. Республикала тупланған батальондар дошманды тар-мар итеүгә ҙур өлөш индерә. Журналистар ҙа Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, Херсон һәм Запорожье өлкәләренә сәфәрҙәргә сыға. Башҡортостан башлығы хәрби хәбәрселәргә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ