Рәсәйҙең ике төбәгендә - Татарстанда һәм Башҡортостанда йәшәгән сит ил блогерҙары араһында хәләл туризмды популярлаштырыуға йүнәлтелгән проект старт алды. Программала ҡатнашыусылар бөгөн Ҡырмыҫҡалы районындағы этноауылға барҙы. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Йософ Башҡортостанға Ҡазандан килгән. Быға тиклем бер тапҡыр ҙа һыбай йөрөмәгән егетте Асҡар Ишбирҙин бер нисә минут эсендә ат менергә өйрәтте.
Этнотур проекты ярҙамында төбәктәргә ике тур тормошҡа ашырыла. Унда Ҡазан һәм Өфө вуздарында уҡыған сит ил студенттары ҡатнаша.
Блогерҙарҙы Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке бәпес ауылы янында этноауыл һәм этномаршруттар асҡан Асҡар Ишберҙин ҡабул итте.
Проектта Тажикстан, Мысыр, Үзбәкстан, Ираҡ, Индонезия, Йемен һәм башҡа илдәр граждандары ҡатнаша.
Мысыр блогеры Абдрахман ҡымыҙҙы үҙҙәрендәге эсемлеккә оҡшатты. Океан аръяғы ҡунағы Ҡазан авиация университеты студенты. Беҙҙең туристао Мысыр пирамидаларын күреү хыялы менән йәшәһә, ул Башҡортостанға килеүен ҙур бер теләге тормошҡа ашыуы тип иҫәпләй.
Проектта 18 йәштән өлкән Бәйләнештә, Telegram, Класташтар һәм башҡа социаль селтәрҙәр блогерҙары ҡатнаша ала.
Киләсәктә бындай турҙарҙы ойоштороу,туризмды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереү тураһында йәш блогерҙар Башҡортостан йылдам һөнәри әҙерлек үҙәгендә фекер алышты.
Рәмилә Исмәғилева






